Башҡортостандың ун ике районында мәктәптәр уҡытыуҙың дистанцион формаһына күсерелде

Киләһе дүшәмбенән был исемлеккә Күмертау ҡалаһы ла индереләсәк. Унда ла балалар араһында киҫкен респиратор вирус инфекцияһы, шул иҫәптән коронавирус менән сирләү күрһәткесе юғары булыуы күҙәтелә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Эпидемиологик хәлде яҡшыртыу маҡсатында 5-8-се, 10-сы синыфта белем алыусылар ситтән тороп уҡый башлай. Бөгөн Ғафури районында ғына 1964 бала мәктәпкә барманы. Заманса мәғариф платформаларында ойошторолған дәрестәр тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нәрисә Ғәйнуллина бишенселәрҙе ЗУМ платформаһында сәләмләй. Педагог төн йоҡламай дәрескә әҙерләнгән. «Уҡытыуҙың дистанцион формаһына күсеү – оло яуаплылыҡ һәм иғтибар талап итә» – ти ул. Теманы асыу, аңлатыу өсөн заманса алымдар ҡулланыу мотлаҡ. Күрше бүлмәлә ҡыҙы Индира ла телефон аша белем тауына үрләй. Етенсе синыфта уҡығанға күрә, ул да ваҡытлыса мәктәпкә йөрөмәйәсәк.

Республиканың ун ике районында 23 меңдән ашыу бала дистанцион уҡыу формаһына күсерелде. Һүҙ 5-8-се һәм 10-сы синыфтар тураһында бара. Башланғыс һәм сығарылыш синыфтар ғына мәғариф учреждениеларында ғәҙәти режимда белем аласаҡ. Һуңғы аҙналарҙа Ғафури районында ла балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр артыуы күҙәтелгән. Красноусол ауылының 1-cе мәктәбендә генә ковид-19 инфекцияһы тиҫтәнән ашыу малай-ҡыҙҙа асыҡланған.

Мәктәп ситтән тороп уҡыусыларҙы махсус техника менән тәьмин итергә лә әҙер, запаста утыҙ планшет бар. Бынан тыш, киләһе аҙнанан льготалы категорияларға аҙыҡ-түлек тупланмалары тапшырыла башлай. Бөгөндән белем усағы етемһерәп ҡалғандай, кабинеттарҙың күбеһе буш, парталар өҫтөндә ултырғыстар. Айырым кабинеттарҙа ғына уҡытыусыларҙы осратырға була. Уларҙың бар иғтибары хәҙер – ноутбукта.

Ғафури районында 18 мәктәптән ике меңгә яҡын уҡыусы дистанцион уҡыуға күсте. Ҡәтғи сара тәү сиратта балалар араһында сирҙең таралыуына юл ҡуймау маҡсатында индерелде. Ике аҙнанан һуң эмидемолоник хәл яҡшырыу менән белем усаҡтары ғәҙәти эш режимына күсер тип көтөлә.

Гөлназ Хәйбулина