Дәрес ваҡытында тревога сигналы бирелеү менән уҡытыусылар эвакуация ойоштороуҙы башланы. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бинанан меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән ишетеү һәләте булмағандар ҙа сығарыды. Шулай уҡ шартлы рәүештә йәрәхәт алған студентты ҡотҡарыу буйынса саралар күрелде.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТикшереүҙе ойоштороусы Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы белгестәре әйтеүенсә, уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәре күнекмәләрҙе бер ҡытыршылыҡһыҙ үтте. Күнекмә барышында колледждың запас сығыу урындары ла иғтибарға алынды. Бинала ундай урындар һигеҙ, уларҙың һәр ҡайһыһынан студенттарҙы сығарыу ойошторолдо.
Әлфинә Килдейәрова