Шишмә районында ашығыс медицина ярҙамы машинаһы аварияға эләкте

Юл-транспорт ваҡиғаһы Шишмә- Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлының 12 километрында теркәлде. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, ашығыс ярҙам машинаһы КАМАЗ менән бәрелешкән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Аварияла 9 кеше , шул иҫәптән медицина машинаһы водителе һәм уның пассажирҙары төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Билдәле булыуынса, Шишмә үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре Шөнгәккүл ауылы дауаханаһына юлға сыҡҡан булған. Осраҡ буйынса тикшереү уҙғарыла.

Ә Өфө-Ырымбур трассаһының 167-се километрында бөгөн көндөҙ Ырымбур өлкәһенән килгән «Газель» микроавтобусы менән Рено йөк машинаһы бәрелешкән.

Көслө бәрелештән микроавтобус янып киткән. Авария һөҙөмтәһендә «Газель» водителе менән уның өс пассажиры һәләк булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, улар автобус эсендә янған.

Аварияла шулай уҡ Рено Мастерҙың водителе ауыр йәрәхәтләнгән. Ул Салауат ҡала дауаханаһына оҙатылған. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәрҙең шәхестәре асыҡлана. Ваҡиға урынына Мәләүез район-ара прокуроры урынбаҫары юлланған.