Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары республиканың экология кодексына үҙгәрештәр индерә. Юҡһа, күп кенә осраҡтарҙа халыҡ экологик һәләкәт тураһында хәбәрҙар түгел. Мәғлүмәт юҡлығы кеше ғүмеренә зыян килтереүе лә ихтимал.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтДокументҡа үҙгәрештәр индереү менән тәбиғәттең бысраныу осраҡтарын йәмғиәттән йәшереү, ялған хәбәрҙәр биреү кеүек етешһеҙлектәр булмаясаҡ, тип иҫәпләй депутаттар.
Алтынсы саҡырылыш депутаттарының 36-сы ултырышында экологияға ҡағылышлы башҡа закон проекттары ла ҡаралды. Атап әйткәндә халыҡ һайланыусылары балыҡсылыҡ өлкәһендә тәбиғәт ресурстарын файҙаланыуҙы көйләргә ниәтләнә.
Шулай уҡ туризм тармағында ла үҙгәрештәр көтөлә. Йәмғеһе дүрт тиҫтәнән ашыу закон проекты ҡаралды. Әйткәндәй, парламент ултырышы яңыртылған составта үтте. Депутаттар корпусында хәҙер өс яңы вәкил.
Айнур Кәбиров