Салауат ҡалаһында йәшәгән Светлана Смирнова социаль селтәрҙә ошондай хат ҡалдыра.
“Бекетов урамында йәйәүлеләр юл аша сыға торған урында юл билдәһе ҡуйыуҙы, юлға тамға һалыуҙы һорайым. Машиналар бик тиҙ хәрәкәт итә, эргәлә генә балалар баҡсаһы. Билдәләр юҡ, улар юйылған. Мөрәжәғәткә фотоны ла теркәйем”.
Был хатты “Инцидент-менеджмент” системаһы теркәй.
“Мөрәжәғәттә телгән алынған урында “Йәйәүлеләр үткәүеле” билдәһе ҡуйылды, юлға тамға һалынды. Юл сифатлы ғына түгел, хәүефһеҙҙә булырға тейеш”, – тип билдәләгән Салауат хакимиәтенең ҡала хужалығы идаралығы етәксеһе Булат Садиҡов.
Салауат ҡалаһындағы тағы ла бер юлды төҙөкләндереүгә ҡағылышлы мөрәжәғәт “Инцидент-менеджмент” системаһында теркәлгән.
Исем-шәрифен белдермәгән кеше ошондай хат ҡалдырған.
“Калинин урамындағы 58-се һәм Салауат Юлаев урамындағы, 41а һанлы йорттар араһындағы юл бик насар. Сара күреүегеҙҙеҙе үтенәбеҙ”.
Булат Садиҡов әйтеүенсә, Салауат Юлаев урамындағы 41А һанлы йорт эргәһендәге юл өлөшләтә төҙөкләндерелгән, ҡалған участкалағы соҡорҙар ошо арала ямала.
Республика менән идара итеү үҙәге министрлыҡ түгел, тармаҡтар менән идара итмәй, аҡса бүлмәй. Ул координация үҙәге һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә.
#Инцидент #ЦУР #Башкортостан