Республика хужалыҡтарында 130 мең тоннаға яҡын көнбағыш урылған

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, майлы культура 104 мең гектарҙа һуғып алынған. План 40 процентҡа үтәлде, ти белегстәр. гектар ҡеүәте 12 центнер самаһы. Дүртөйлөлә күрһәткестәр юғарыраҡ. Район буйынса  гектарынан 25 центнер  уңыш йыйыла. “Беҙ 670 гектар майҙанда көнбағыш сәстек. Ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, мул уңыш алдыҡ”, - ти “Ленин” хужалығы баш агрономы Ришат Гәрәев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Хужалыҡ киләһе йылда ла уңыш мул булһын өсөн хәстәрлек күрә.  Әле 900 гектар майҙанда ужым культуралары сәселгән. Ришат Гәрәев дауам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республика  хужалыҡтарында шулай уҡ етен, соя, гәрсис һәм рапс уралар. Майлы культуралар барлығы 355 мең  гектар майҙанда сәселгән.