Башҡортостанда коронавирус таралыу күрһәткестәре юғары үрмәләй

Һуңғы тәүлектә 355 яңы осраҡ раҫланған. Пандемия башланған көндән хәүефле вирусты барлығы 64 мең ярымдан күберәк кеше йоҡторған. Әле ете йөҙгә пациент дауаханала, иллеләп кеше ауыр хәлдә, уларҙың 11 реанимацияла, тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған. Һуңғы тәүлектә коронавирус ҡорбандары һаны йәнә 19-ға артты. Үлем осраҡтары мең ярымға яҡынлай.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Коронавирусҡа ҡаршы коллектив иммунитет булдырыу өсөн дә эшмәкәрлек тынмай. Һуңғы тәүлектә 5 меңдән ашыу кеше вакциналанған. Прививкалауҙы тулыһынса тамамлаусылар һаны миллион 156 мең самаһы. Башҡортостанға килтерелгән вакцина 1 миллион 686 мең дозанан ашыу.

Рафиҡ Әхмәтшин