Мандатын ул Республиканың Диңгеҙ йыйылышы рәйесе Юлай Моратовҡа тапшырырға ҡарар иткән. Был турала баш ҡала мэры журналистар менән осрашыуҙа белдерҙе. Сергей Греков әйтеүенсә, республика һәм шул иҫәптән Өфө ҡалаһы ла үҫеш йүнәлешен билдәләгән.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБыл йәһәттән байтаҡ эштәр башҡарылған һәм ярты юлда ташлап китеү дөрөҫ булмаҫ ине. Баш ҡаланың билдәләнгән үҫеш векторы тураһында сити менеджер журналистарға ла һөйләне.
Йәмғиәттә Греков интервью бирергә яратмай. Күрәһең, бар мәғлүмәт тураһында хәбәрҙар түгелдер, тигән имеш-мимештәрҙе бөгөн Сергей Николаевич тулыһынса инҡар итте. Баҡтиһәң, журналистар менән дә яҡшы мөғәләмә итә, баш ҡала йәшәйешенең бар тармаҡтарын да яҡшы белә. Шулай ҙа осрашыу түрәнән һорау алыу түгел, ә сәй өҫтәле артында әңгәмә рәүешендә ҡоролдо.
Баш ҡала 450 йыллыҡ юбилейын уҙғарырға әҙерләнә. Шуға күрә төп һорау ҙа Өфөнө тәртипкә килтереүгә ҡағылды. Сергей Греков әйтеүенсә, ҡаланы, башлыса үҙәк урамдарҙы төҙөкләндереү буйынса өс вариант проект әҙерләнгән. Әле уларҙы белгестәр өйрәнә. Атап әйткәндә, Октябрь революцияһы урамы, Арт-квадрат эргәһе, Ағиҙелдең көнъяҡ ярын ҙур үҙгәрештәр көтә. Социаль һәм спорт объекттары сафҡа инәсәк.
Хатта быуат төҙөлөшөнә әйләнгән Комсомол урамын да файҙаланыуға тапшырасаҡтар. Әйткәндәй, яңыртылған юлда эксперимент уҙғарырға иҫәп тотола. Һыҙаттарҙы тарыраҡ ҡалдырып транспорт хәрәкәте тиҙлеген кәметеү күҙаллана. Ошо рәүешле ҡала властары хәүефһеҙлекте яҡшыртмаҡсы.
Ғөмүмән транспорт буйынса маҡсатым туҡталышҡа килдең, ултырҙың, киттең, тине Сергей Греков. Ҡала кешеһе туҡталышта транспорт хәрәкәте графигын өйрәнеп торорға тейеш түгел. Шул уҡ ваҡытта транспорт системаһын үҫтереү буйынса аныҡ ҡына концепция юҡлығын да йәшермәне. Шулай ҙа электр транспортына өмөт ҙур бағлана.
Ҡала властары үтә лә амбициялы. Йәмәғәт транспорты бәйләнеше түрәләр мерседестан троллейбусҡа күсеп ултырырлыҡ үҙгәрәсәген вәғәҙәләй. Ғөмүмән бар тармаҡты ла үҙгәрештәр көтә, тине Сергей Греков.
Әммә был эштә шул уҡ журналистарҙың ярҙамы мөһим икәнлеген таный ҡала менеджеры . Шуға күрә прооблемаларҙы билдәләү маҡсатында киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу даими ойоштороласаҡ, тине.
Айнур Кәбиров