Сипайлово биҫтәһенең Ҡариҙел йылғаһы яры урамындағы йорттоң стенаһы емерелеп төшкән

Халыҡ ҡышҡы һалҡындар башланғансы йортто нисек итеп йылытырға тип аптырай. Былтыр капиталь ремонт фондынан 12 миллион һумға йорт түбәһен яңырттырған граждандар стеналарҙы ремонтлау кеҫәгә һуғыр тип тә борсола. Мәсьәләгә БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова асыҡлыҡ индерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Дүрт бала әсәһе Альбина Маточкинаның торлағын йылытыу һәм йәшәү өсөн уңайлы итеү теләге көслө. Был фатирҙы ул дүрт йыл элек ипотекаға һатып алған. Әммә проблемалар килеп сығыр тип башына ла индермәгән. Йорт комитеты рәйесе булараҡ та күп фатирлы йортто тәртипкә килтереү һәм авария хәленән сығарыу өсөн яуаплы инстанцияларға, шулай уҡ судҡа яҙған хат-мөрәжәғәттәре инде тиҫтәнән ашҡан. Махсус комиссия йорттоң тышҡы ҡаты төҙөлөш стандарттарын боҙоп эшләнгәнлеген дә иҫбатлаған.

Ҡариҙел йылғаһы ярында урынлашҡан был йортта йәшәгән халыҡтың пролемалары хаҡында идарасы компания етәкселеге лә хәбәрҙар. Граждандарҙан борсоулы сигнал алыу менән улар торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы етәксеһе менән берлектә йорт стеналарын үҙҙәре килеп тикшерҙе. Идарасы компания директорының килеп тыуған мәсьәләгә аңлатмаһы.

Йортта һыуүткәргес торбаларға ла ремонт талап ителә. Йыш ҡына улар ярылып подвалды һыу баҫа. Артыҡ дым дөрөҫ мотажланмаған стеналарҙы тағы ла тиҙерәк емереү көсөнә эйә, ти, бында йәшәүселәр.Төҙөлөш материалдарына көндән-көн хаҡ артҡанда капиталь ремонт өсөн йыйылған 750 мең һумды ярылып бөткән йорт стеналарын ҡоршауға нисек еткерергә? Был һорау әлегә асыҡ ҡала.

Ҡариҙел йылғаһы яры урамындағы 45-се йорт эргә-тирәһен торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре кәртәләп алған һәм был урындан үтеү хәүефле тигән таҫма менән уратҡан. Ә идарасы компания вәкилдәре ремонт эштәре өсөн сметаны иҫәпләп, аҙна-ун көн эсендә стеналарҙы ваҡытлыса нығыта башларға вәғәҙә итә.

Гүзәл Борханова