Баймаҡ “Үҙгәрештәр еле” проекты менән “Бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи биләмәләрҙе үҫтереү” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулағайны. Бөгөн ҡала ысын мәғәнәһендә ҙур үҙгәрештәр кисерә. Проект сиктәрендә башланған үҙәк майҙандағы төҙөлөш эштәре әүҙем бара. Әлеге көнгә унда 60 процент эштәр тамамланған. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБаймаҡ – ҙур төҙөлөш майҙаны. Үҙәктә башҡарылған эштәр әлегә мәлдә халыҡҡа күп уңайһыҙлыҡтар тыуҙырһа ла, тиҙҙән майҙан матурланасаҡ, тағы ла күркәмләнәсәк.
Һуғыш ветераны Ғәйзулла Әблүзин үҙәк майҙанға яҡын йәшәй. Бында башҡарылған эштәр һәр ваҡыт уның күҙ уңында, хатта проекттың буклеты ла түш кеҫәһендә йөрөй. Ҡаланың почетлы гражданины киләһе йыл заманса майҙанда концерт ҡарарға ниәт итә.
Төҙөлөш эштәренең генподрядсыһы булып Өфө ҡалаһының “Уралспецтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығыш яһай. Улар барлыҡ эштәрҙе декабрь баштарына тамамлауҙы планлаштырылған.
Раушания Рәхимова