Башҡортостанда карбон полигоны төҙөлә

Рәсәй мәғариф һәм фән министры Валерий Фальков етәкселегендәге углеводород кимәлен көйләүҙә технологиялар үҫешен фәнни нигеҙләү буйынса эксперт советы ултырышында республика мөрәжәғәте хуплау тапты. Был турала Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Белгестәрҙең һығымтаһы Рәсәйҙең 14 төбәгендәге кеүек республикала ла карбон полигонын асырға мөмкинлек бирә. Башҡортостан тәбиғәт ресурстарына бай төбәк. Ҡеүәтле фәнни нигеҙе һәм эре сәнәғәт предприятиелары бар.

Республиканың алдынғы университеттары, ғилми ойошмалары һәм сәнәғәт предприятиеларын берләштергән климат консурциумы төҙөлгән. Өфө дәүләт нефть техник университетына карбон полигоны операторы вәкәләттәре йөкмәтелде.

Карбон полигонында алты махсус биләмә ойоштороу һәм уларҙа парник газдарын күҙәтеү буйынса системалы эш алып барыу ҡарала.Улар төрлө климат һыҙаттарында урынлашасаҡ. Парник газдарын тотоп ҡалыу һәм һаҡлау ысулдарын уйлап табыу, уларға һынау үткәрергә ниәт бар.

Был маҡсатта федераль ҡаҙнанан 200 миллион һум аҡса бүленә. Әлегә төп бурыс углеводород кимәлен көйләү мәсьәләһен яҡшы аңлаған 15 мең самаһы белгес әҙерләргә кәрәк. Был йүнәлеш республика иҡтисады өсөн ифрат та мөһим тип белдергән Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге яҙмаһында.