Иртә менән сүп-сар йыйыу машиналары колоннаһы үҙәк урамдар буйлап үтеп, Конгресс-Холл янындағы майҙанда ҙур туҡталыш яһаны. «Экология» милли проектын популярлаштырыуға йүнәлтелгән сараны Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМәскәүҙән старт алған заманса сүп-сар йыйыу техникаһы ике меңгә яҡын саҡрым үтеп, ниһайәт Өфөгә килеп етте. Проект буйынса «Таҙа ил» автосәфәрендә ҡатнашыусылар 23 көн эсендә ун бер ҡалала туҡталыш яһарға, экологик байрам ойошторорға тейеш. Маршрут аҙағына яҡынлашҡан.
Көн дауамында «Торатау» Конгресс-холы янындағы майҙанда коммуналь техника күргәҙмәһе эшләне. Яңы машиналарҙың техник мөмкинлектәре күрһәтелде. Республиканың ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары әйләнеше буйынса төбәк операторҙары ла экспозицияны байытыуға ҙур өлөш индергән.
Автоуҙышҡа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүсе компаниялар ҙа ҡушылған. Һәр бер ҡалала утилләштереүгә автомобиль шиналары ҡабул ителә. Икенсел эшкәртеүҙән һуң резина төҙөлөш һәм ремонт эштәрендә ҡулланыла.
Майҙанда сүп-сар контейнерҙары ла ҡуйылғайны. 2019 йылда тотош ил буйлап старт алған реформаға иғтибар йүнәлтелде.
Сарала ҡатнашыусылар эшлекле программа ла әҙерләй. Власть органдары вәкилдәре, бизнес-берләшмәләр һәм йәмәғәтселек менән берлектә Башҡортостанда «Экология» милли проектын тормошҡа ашырыу аҙымдары барланды.
Экологик мәҙәниәт тәрбиәһе мәктәп эскәмйәһенән үк башланырға тейеш. «Таҙа илгә» сәфәр ойоштороусылар Өфөнөң Урмансылар паркында ҙур өмә үткәрҙе. Уҡыусылар, студенттар ҙур биләмәне йүгереп үтеп, сүп-сар йыйҙы.
Проект сиктәрендә Өфө мәктәптәрендә экологик дәрестәр ойошторолдо. Шулай уҡ Конгресс-Холл янындағы майҙанда экобаскетбол һәм экохоккей буйынса уйындар үтте. Баш ҡалала йәшәүселәргә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса аңлатыу эше алып барылды.
Гөлназ Хәйбуллина