Углерод балансын контролдә тотоу буйынса эксперттар советы Республика заявкаһын хуплаған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса төбәктә Евразия климат консорциумы булдырылған. Карбон полигоны операторы функцияһын Өфө дәүләт нефть-техник университеты алған. Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн федераль ҡаҙнанан 200 миллион һум бүленә. Карбон полигоны һауаны быстратыуҙы контролдә тоторға булышлыҡ итә.