Башҡортостанда 875 миллиард һумға өҫтөнлөклө инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла

Республика Хөкүмәте беренсе вице-премьеры – Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, исемлектә 272 проект күрһәтелгән. Уларҙың күбеһе ауыл хужалығы, сәнәғәт, юл яны сервисы һәм сауҙаға тура килә. Быйыл 55 инвестиция проекты өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелгән. Йыл аҙағына тиклем тағы 9 проект өҫтәлә.