Республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы старт алды

Экологик өмәләр 5 октябргә тиклем дауам итәсәк. Быйыл тематик аллеялар ултыртыуға айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Шулай уҡ «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль проекты буйынса төҙөкләндерелгән йәмәғәт биләмәләре йәшелләндерелә. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ишембайҙа ике меңдән ашыу кеше ҡулдарына көрәк алып, «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ҡушылды. Ихата-урамдарҙан тыш, Зәки Вәлиди скверы ла хәҙер ылыҫлы ағастар ышығында. Урындағы халыҡ билдәләүенсә, ҡаланы, республиканы йәшелләндереү – һәр кемдең изге бурысы.

Экологик акция сиктәрендә республикала 23 тематик аллея ойошторолдо.

Күмертауҙа «Хәтер баҡсаһы» ултыртылһа, Кушнаренко районында «Өләсәйҙәр баҡсаһы», Нефтекамала «Каштан аллеяһы» барлыҡҡа килде.

Өфөләр ҙә ихата-урамдарҙы йәшелләндереүҙә әүҙемлек күрһәтте. Ағас һәм ҡыуаҡлыҡтарҙың ике мең төп үҫентеһе ултыртылды. Һанаулы ғына минуттар эсендә Сипайлово биҫтәһендәге мәктәпкәсә учреждение алдында «Балалыҡ» скверы ҡалҡты.

Баш ҡаланың Ленин районы ла ҡарағай, шыршыларға байыны. Биләмәлә ике йөҙҙән ашыу эре үҫенте ултыртылды. Союз урамы, 35/1 йорто алды ла йәшеллек менән тулды. Яңыраҡ был ихатала республика программаһы сиктәрендә төҙөкләндереү эштәре лә башҡарылған. Заманса балалар уйын һәм спорт майҙансығы ҡуйыла.

Заманса төҫ алған ихатаны хәҙер «Изгелек скверы» биҙәй. Күп ҡатлы йорттар янында бәләкәй генә урман ойошторолдо. Ылыҫлы ағастар ултырыуҙа урындағы халыҡтан тыш, район хакимиәте етәкселеге, коммуналь хеҙмәткәрҙәр ҙә ихлас ҡушылды.

Ихата-урамдар һәр ваҡыт тәртиптә булырға тейеш. Өфөләр дөйөм ҡала өмәһенән дә ситтә ҡалманы. Генераль йыйыштырыуға егерме меңдән ашыу сыҡты. Ленин районында пляж биләмәһе айырыуса иғтибарға алынды. Йылға ярын сүп-сарҙан таҙартыуға студенттар саҡырылды.

Пляж биләмәһен төҙөкләндереү ҙә талап ителә. Ошо маҡсатта урындағы етәкселек республиканың туризм буйынса дәүләт комитетына мөрәжәғәт иткән. Проект хуплау тапҡан осраҡта, ял зонаһын яңыртыу ҡаралған.

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә иртәгә Өфөнөң Ленин районында «Таҙа уйындар» тип исемләнгән квест ойошторола. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм уларҙы сорттарға айырыу буйынса команда ярыштары көтөлә. Күләмле сарала һәр кем ҡатнаша ала.

Гөлназ Хәйбуллина