ӨФө районының Авдон ауылында өлкән прапорщик Зөфәр Мәлис улы Ғилметдиновтың исеме мәңгеләштерелде. Хәтер һәм хәрмәт сараһы хаҡында киләһе яҙмала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨлкән прапрощик Зөфәр Мәлис улы Гилметдинов үткән һуғыш юлдарын хәләле Инна Владимировна һәр ваҡыт тулҡынланып иҫкә ала. Миналар шартлаған, ҡанлы мәшхәр эсендә йөрәгән һалдаттың булмышын бар күңеле менән ҡабул итә.
Һуғышта бер-нисә тапҡыр ауыр яралар алған ветеран-разведчик хатта бомбалар шартлауы тынғандан һуң да тыныс тормошта йоҡоһонан балаларҙы, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡурсалап, һаташып уяныр булған. Ғилметдиновтар 18 йыл буйы бергә татыу ғүмер итеп өлгөрә. Өфө районы Авдон ауылының хәрби хәрәкәттәр ветерандары советынан иптәшегеҙҙең исмен һеҙ йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйып мәңгеләштерәбеҙ тигән яңылыҡты шатланып ҡабул итә.
Яугир-интенационалист Зөфәр Мәлис улы Ғилметдинов иҫтәлегенә мәрмәр таҡтаташ асыу тантанаһында сығыш яһаусылар уның ярҙамсыл һәм кешелекле булыуын билдәләне. Велоспорт менән мауығыусы, физик,рухи йәһәттән көслө замандаштары менән Авдонда йәшәүселәр хаҡлы ғорурлана һәм йәш быуынды ҡаһарман яугир-интернационалист рухында тәрбиәләргә ынтыла.
Яугир-интернационалист олатаһы хаҡында ейәне әсәһе һәм оләсәһе хәтирәләренән генә ишетеп белә.Һигеҙ йәшлек ейәне Әмир ҙә дуҫы Данияр менән бергәләшеп разведчик-десантсы булыу хаҡында хыяллана. Үҫмерҙәр йыш ҡына велосипедта уҙыша, спорт күнекмәләре менән мауыға.
Авдондар ҡыҙыу нөктәләрҙә хәрби бурысын үтәгәндә батырлыҡ күрһәткән ауылдаштарын онотмай. 14 -се июлдә Илдар Хәлфин исемен мәңгеләштергәндәр. Хәрби бурысын үтәгәндә айырыуса батырлыҡ күрһәткән һалдаттар ҡаһарманлығын хеҙмәттәштәре үҫеп киллеүсе йәш быуынға өлгө итеп ҡуя.
Сара һуңында үҫмерҙәр араһындағы Өфөнөң»Зенит» менән Авдондың үҫмер»Атлетик» футбол командалары ярышты. Һуңынан өлкәндәр командалар составында Авдон ауылының һәм Алкино хәрби часы командалары ла көс һанашты. Улар бөгөнгө уйындарын яугир-интернационалист Зөфәр Ғилметдинов иҫтәлегенә арнаны.
Афғанстанда разведкала хеҙмәт иткән Зөфәр Ғилметдинов 48 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсә. Ауыр хәрби юл үтеүе, 4 йыл дауамында ҡурғаш пулялары аҫтында йөрөүе һаулығына кире йоғонто яһай. Ихлас, оло йөрәкле, ярҙамсыл һәм туған йәнле өлкән прапорщиктың исеме яҡташтары һәм хеҙмәттәштәре тарфынан Авдон ауылында ул йәшәгән йорт стенаһында ошо мемориаль таҡтаташ менән мәңгеләштерелде.
Гүзәл Борханова