Өфөләге Сергиев мемориалында генерал-майор, граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Семен Ивановтың һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы ойошторолдо.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтХәрби генералдың тыуыуына 120 йыл тулыу уңайынан үткән сарала геройҙың биографы, уның исемен мәңгеләштереүсе Борис Гордеев, Йәрмәкәй районынан яҡташтары һәм «Сыуаш милли-мәҙәни автономияһы» йәмәғәт ойошмаһы ағзалары ҡатнашты.
Семен Иванов Йәрмәкәй районы Урта Ҡарамалы ауылында тыуып үҫкән. Уның ил азатлығы өсөн көрәштә үткән ҡаһарман юлы полководецтың хәрби булмышына тиңләнә.
Гүзәл Борханова