Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең Бельгиялағы гастролдәре тамамланды. Короллектең баш ҡалаһы Брюсселдә данлыҡлы ижади коллектив бейеүселәре «Рус миҙгелдәре» проекты менән хеҙмәттәшлек сиктәрендә башҡорт хореография сәнғәте менән таныштырҙы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЯҡташтарыбыҙ «Ете ҡыҙ», «Гөлнәзирә», «Еҙ үксә» кеүек билдәле хорегорафия композицияларын тәҡдим итте. Концерт һуңында ла тамашасы таралырға ашыҡманы. Ғәскәровсыларҙың сәхнә костюмдары менән яҡындан танышты.
Бигерәк тә урындағы халыҡты башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәре ҡыҙыҡһындырҙы. Талир, көмөш тәңкәләр менән байытылған ҡашмау, сулпылар һәр кемдә һоҡланыу уятты.
Азат Ғәлиуллин