«Терра Башҡортостан» ат спорты турнирының унынсы этап еңеүсеһе – Дыуан районынан!

Бөгөн Таһир Кусимов исемендәге «Аҡбуҙат» ипподромында өсөнсө миҙгелдең сираттағы бәйгеһе үтте. Был юлы ярышта Дыуандарҙан тыш, Белорет һәм Краснокама райондары һыбайлылары ҡатнашты. Ҡыҙыу бәйге барышын БЮТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов күҙәтте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Иң беренсе стартҡа Белорет районы вәкилдәре сыҡты. Улар үҙҙәренең хакимиәт Кубогы өсөн ярышты. Көсөргәнешле бәйге һөҙөмтәһе буйынса Ялҡын ҡушаматлы ат менән Винарис Вәлиев беренсе урын яуланы. Дөйөм алғанда, төбәк фермерҙары Өфөгә алты ат менән килгән. Һуңғы йылдарҙа районда башҡорт тоҡомло йылҡы малына иғтибар арта, киләсәктә уларҙың һаны ла ишәйер тип көтөлә.

Краснокама районы хакимәте Кубогын Айнур Фәхретдинов яуланы.

Тәүге өс урынды алған һыбайлылар үҙ-ара 80 мең һумлыҡ аҡсалата призды бүлеште. Урындағы етәкселәр билдәләүенсә, бөгөн төбәктә башҡорт тоҡомло аттарға ихтыяж күҙәтелмәй, әммә тәжрибәле жокейҙарҙы табыуы ауыр.

Дыуандан килгән һыбайлылар үҙҙәренең хакимиәт Кубогы өсөн ярышты. Бында инде Илгиз Йәһүҙин дәғүәселәрен артта ҡалдырып финишҡа беренсе килде. Әйткәндәй, һәр ваҡыттағыса бәйгенән ҡыҙҙар ҙа ситә ҡалмай. Был юлы ла улар яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште.

Үҙ дистанциаларында тәүге ике урынды алған һыбайлылар финалға сыҡты. Артабан улар «Аҡбуҙат» ипподромы аттарында ярышты. Һуңғы этап һөҙөмтәләре буйынса Дыуан районынан Илдар Нурғәлиев иң ҙур мәрәй йыйҙы. Икенсе, өсөнсө урындарҙы Дыуандан Руслан Биктаув менән Белореттан Винарис Вәлиев бүлеште.

Шулай итеп «Терра-Башҡортостан» турнирының бар этаптары ла артта ҡалды. Уның һөҙөмтәләре буйынса иң көслө 10 һыбайлы финалға сыҡты. Хәл иткес уҙыштар 9-сы октябрҙә республика көнө алдынан уҙасаҡ.

Илдар Байбулатов