Өфө – Ырымбур араһы яҡыная. Бөгөн республика өсөн мөһим ваҡиға - “Өфө-Ырымбур” тимер юл маршруты асылды. Баш ҡалабыҙҙан өлкәгә тиҙ йөрөшлө “Орлан” поезы юлға сыҡты. Тәүге рейс менән "Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәрҙәре, "Теге өсәү" проекты егеттәре лә сәфәргә юлланды. Хәбәрсебеҙ Айбулат Сәсәнбаев.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЯңы тиҙ йөрөшлө маршрутҡа старт бөгөн Өфөлә "Урал транспорты" форумында бирелде. Республика башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, ике ҡала араһында 11 йыл тимер юл бәйләнеше булманы. Яңы маршрут халыҡҡа тиҙ һәм уңайлы йөрөргә мөмкинлек бирә. Бизнес үҫешенә этәргес була, тине Радий Хәбиров.