Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡала үҙәгендә ташландыҡ төҙөлөш майҙансығында шартлатҡыс матдәләр табылған. Махсус операция барышында 5 кеше ҡулға алынған. Улар дәүләт һәм тәртип һаҡлау биналарында теракт әҙерләгән. Законһыҙ эшмәкәрлек алып барыусыларға бер нисә статья буйынса енәйәт эше асылған.