Андрей Назаров: "Халыҡ өсөн уңайлыҡтар булдырыу - иң беренсе бурыс"

Башҡортостанда социаль хеҙмәтләндереүгә иғтибар арта. Мөмкинлеге сикләнгәндәрҙе даими ҡарау системаһын индереүгә әҙерлек башланды. Был тема бөгөн Республика хөкүмәте ултырышында ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, Рәсәйҙә система 2018 йылдан һынала. Ил президенты Владимир Путин киләһе йылдан уны бөтә төбәктәрҙә индереү  кәрәклеге тураһында белдерҙе. Беҙ был эште алдан уҡ башланыҡ, граждандар өсөн уңайлыҡтар булдырыу - иң беренсе бурыс, тине хөкүмәт рәйесе.