Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, Республика экология буйынса 9 федераль проекттың 4-әүһендә ҡатнаша. Улар: "Таҙа ил", "Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын комплекслы эшкәртеү", "Уникаль һыу объекттарын һаҡлау", "Урмандарҙы һаҡлау". Ҡайһы бер проекттар буйынса эш яҡшы ойошторолмаған. Дыуан районында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонын файҙаланыуға тапшырыу һуҙылған, тине АндрейНазаров. Башҡортостанда Стәрлетамаҡ, Сибай, Баймаҡ, Дәүләкән, Благовещен һәм Күмертау ҡалалары янындағы сүплектәрҙе бөтөрөү маҡсаты ҡуйыла.