Башҡортостанда террор ғәмәле әҙерләү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған

Тәфтиш тикшереүҙәре күрһәтеүенсә, ғәйепләнеүсе 19 йәшлек егет урындағы 4 кешене йәлеп итеп дәүләт власы органдары һәм хоҡуҡ һаҡлау структураларына ҡаршы террор ғәмәле әҙерләгән. Ул фекерҙәштәре араһында неонацизм идеяларын таратҡан, бер нисә тапҡыр уларҙы ҡорал менән эш итергә, үҙаллы шартлатҡыс матдәләр әҙерләргә өйрәткән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Шулай уҡ хәрби алымдар тактикаһы буйынса махсус әсбаптар тапшырған, террор ғәмәлен тормошҡа ашырыу буйынса күнекмәләр уҙғарған. Ғәйепләнеүсе үҙе әҙерлек барышында кәрәкле мәғлүмәтте һәм компоненттарҙы табып шартлатҡыс ҡоролма әҙерләгән. Әммә террор ғәмәле Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан кисектерелә.

Ойоштороу эшендә ҡатнашҡан биш кеше лә ҡулға алына. Тентеү барышында ташландыҡ төҙөлөш объектындағы йәшерен урында ҡулдан эшләнгән шартлатҡыс, уны әҙерләү компоненттары һәм ҡулланыу ҡағиҙәләре яҙылған әсбаптар табыла. Ошонда уҡ 8 ҡорал берәмеге һәм Өсөнсө рейх лидерҙарының һүрәттәре менән материалдар ҙа килеп сыға.

Әлеге ваҡытта шик аҫтына алынғандарға ҡарата тәфтиш тикшереүҙәре бара, улар һаҡ аҫтына алынған. Оператив төркөм был осраҡ буйынса тикшереү эштәрен дауам итә.

Рәмзиә Кәримова