Стәрлетамаҡ дәүләт концерт-театр берләшмәһенең Өфөләге гастролдәре тамамланды

Ике көн дауамында баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары иғтибарына өр-яңы сәхнә әҫәрҙәре тәҡдим ителде. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Сағыу һәм ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле сәхнә костюмдары мюзикл нигеҙендә ижад ителгән тамашаның тәьҫир көсөн бермә-бер арттыра. Бындай форматтағы жанрҙың быға тиклем республикала ҡуйылғаны булмаған. «Урал легендалары» билдәле тележурналист Сәрүәр Сурина авторлығында башҡорт халыҡ эпосына таянып сәхнәләштерелгән.

«Урал легендалары» мюзиклы Башҡортостан тәбиғәтен данлауға ҡоролған. Спектаклдә ҡатнашыусы 60-тан ашыу актер республиканың хозур тәбиғәт һәйкәлдәре тураһында һөйләй. Уларҙың барлыҡҡа килеү тарихы мөхәббәт һәм нәфрәт, изгелек һәм яуызлыҡтың ҡаршы тороуы кеүек мәңгелек темалар аша яҡтыртыла. Боронғо тарих хәҙерге ысынбарлыҡҡа, экология мәсьәләләренә барып тоташа.

Берләшмәнең башҡорт драма театры баш ҡала тамашасыһы хөкөмөнә Киҫәкбикә Байрасованың яҙмышы, ХVIII быуат ваҡиғаларына арналған спектаклен сығарҙы.

Сәхнәлә заманында динен алыштырыуға ҡаршы тора алаған тарихи шәхес образы һынландырылды. Тарихи сығанаҡтарҙа Киҫәкбикә Байрасованың өс тапҡыр зиндандан ҡасып кире ҡулға алыныуы тураһында белешмәләр һаҡлана. Шуға ҡарамаҫтан, көслө рухлы ҡатын үҙ инанысына тоғро ҡала.

Киҫәкбикә Байрасова тураһында бик күп әҫәрҙәр ижад ителһә лә, сәхнәгә уның образы тәүгә сығарылды. Яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның хикәйәһе нигеҙендә спектаклде ҡалмыҡ режиссеры Борис Манджиев сәхнәләштергән.

Төп ролдә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ләйсән Кәримова. Актриса тарихи образ рухын күңеле аша үткәреүгә ирешкән. Спектакль һуңында тамашасыларҙың актреҙар уйынын аяғүрә алҡышлауы ла ошоно иҫбатланы.

Азат Ғәлиуллин