Өфө ҡалаһының мәғариф хеҙмәткәрҙәре көс һынашты

Баш ҡаланың Гастелло исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы биләмәһендә «Сәләмәтлек-2021» фестивале үтте. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр, мәғариф учреждениелары етәкселәре, был системала эшләүселәр төрлө спорт ярыштарында ҡатнашты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бер саҡрымдан ашыу араға йүгереү, ғаилә старттары, шашка уйнау һәм башҡа ҡыҙыҡлы конкурстар ойошторолдо. Сәләмәт йәшәү рәүеше һәм спортты пропагандалау маҡсатындағы бындай фестиваль мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында йылына ике тапҡыр була. Ҡыш улар саңғыла ярыша.