Төньяҡ баш ҡала ҡунаҡтары Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә сығыш яһай. Үҙ сиратында өфөләр 22 сентябрҙән 25-нә тиклем Санкт-Петербургҡа юллана. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының «Ҙур гастролдәр» проекты сиктәрендә ил театрҙарына яңы мөмкинлкктәр асыла.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБер быуатлыҡ тарихы булған Александр Брянцев исемендәге йәш тамашасы театры өфөләргә һәм башҡала ҡунаҡтарына биш спектакль алып килгән. Николай Карамзин әҫәре буйынса «Хәйерсе Лиза» мюзиклын сәхнәгә режиссер Марк Розовский ҡуйған.
Крәҫтиән ҡыҙы Лиза менән дворяндар нәҫеле вәкиле Эрастың беренсе мөхәббәт тарихы музыкаль-поэтик ноталар менән байытылған. Пушкиндың «Бәләкәй трагедияларын Руслан Ҡудашев сәхнәләштергән.
«Алтын битлек», «Софит» милли премиялары менән бүләкләнеүсе режиссер «Юғалған ваҡытты» ла хәҙерге заман күҙлегенән сәхнәләштергән. 60 кешенән торған ижади коллектив Өфө тамашасыһы алдында бөгөндән 18 сентябргә тиклем иң яҡшы сәхнә әҫәрҙәрен күрһәтәсәк.
Гүзәл Борханова