Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Нурсолтан ҡалаһында Ҡаҙағстан премьер-министры Асҡар Мамин менән осрашты. Ике республика араһында төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлеге тураһында белдерелде. Быйыл ғинуар-июль айҙарында тауар әйләнеше 20 процентҡа артҡан, 200 миллион доллар булған. Радий Хәбиров белдереүенсә, Ҡаҙағстан Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе киңлегендә төп сауҙа-иҡтисади партнер булып тора. Башҡортостан хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереүгә ынтыла. Республика делегацияһы Ҡаҙағстанға эш сәфәре менән килде. Унда Башҡортостандың инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәре менән таныштырыу, Республика конгресс-бюроһы вәкиллеген асыу ҡаралған.