Республикала мобиль вакциналау пункттары кәметелде

Унда эшләгән күп белгестәр амбулатор бригадаларҙы нығытыу өсөн күсерелә. Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта 11 пункт эшләне. Уларҙа 62 меңгә яҡын кеше вакцинаның беренсе, 52 меңдән ашыуы икенсе компонентын яһатҡан. Баш ҡалабыҙҙа бөгөндән өс күсмә прививка пункты эшләй. Улар: “Торатау” конгресс-холында, Башҡортостан "Лайфстайл" үҙәгендә һәм "Мир" сауҙа үҙәгендә урынлашҡан. Вакцина пункттарының тулы исемлеге һәм эш ваҡыты менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға була. Берҙәм бәйләнеш телефоны: 122.