Республика менән идара итеү үҙәге һөҙөмтәле эшләй

Республика менән идара итеү үҙәге уҙған аҙнала халыҡтан 3 мең 300-ҙән ашыу мөрәжәғәт эшкәрткән. Һорауҙар “Инцидент-менеджмент” системаһы һәм Кире бәйләнеш платформаһы аша ҡабул ителә. Халыҡты торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса мәсьәләләр ҡыҙыҡһындыра. 600-гә яҡын мөрәжәғәт ошо өлкәгә бәйле булған. Вакциналау, биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм социаль яҡлауға бәйле һорауҙар ҙа ҡабул ителгән. Уҙған аҙна менән сағыштырғанда халыҡтан мөрәжәғәттәр артыуы күҙәтелә.