Радий Хәбиров: "Ҡаҙағстан - иң ҙур сауҙа партнерҙарыбыҙҙың береһе"

Башҡортостан вәкилдәре рәсми сәфәр менән Ҡаҙағстанға килде. Нурсолтанда Башҡортостандың инвестицион һәм иҡтисади мөмкинлектәре менән таныштырыу булды, иртәгә беҙҙең республика вәкиллеген асыу тантанаһы ойошторола. Делегацияны Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкләй. Уның әйтеүенсә,  бөгөнгө  осрашыуҙар һөҙөмтәле булды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Радий Хәбиров белдереүенсә, Ҡаҙағстан Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе киңлегендә төп сауҙа-иҡтисади партнер. Башҡортостан хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереүгә ынтыла. Быйыл ғинуар-июль айҙарында ике республика араһында тауар әйләнеше 20 процентҡа артҡан, 200 миллион доллар булған.