Оло йәштәгеләр һәм мөмкинлеге сикләнгәндәрҙе даими тәрбиәләү системаһын индереүгә әҙерлек башланды. Был мәсьәлә Республика хөкүмәте ултырышында ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, Рәсәйҙә система 2018 йылдан һынала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтИл президенты Владимир Путин киләһе йылдан уны бөтә төбәктәрҙә индереү кәрәклеге тураһында белдерҙе. Башҡортостанда социаль хеҙмәтләндереү буйынса 14 пилот ойошма булдырылған. Уларҙың матди-техник нигеҙе нығытылған, белгестәр әҙерлек үткән. Беҙ был эште алдан башланыҡ, граждандар өсөн уңайлыҡтар булдырыу – иң беренсе бурыс, тине хөкүмәт рәйесе.
Даими тәрбиәләү системаһын үҙләштереү оло йәштәгеләрҙең ғүмер оҙонлоғо һәм йәшәү сифатын күтәрергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ уларҙы яҡшыраҡ һәм йышыраҡ хеҙмәтләндерергә юл аса. Бынан тыш махсуслашҡан социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларында социаль хеҙмәткәрҙәр һәм тәрбиәселәр өсөн яңы эш урындарын булдырыу ҙа ҡарала.
Рафиҡ Әхмәтшин