Ғәҙелша Ейәнсурин 1894 йылда райондың Буҫтыбай ауылында тыуып үҫкән. Заманының уҡымышлы һәм алдынғы ҡарашлы кешеһе 20-се быуат башындағы шанлы ваҡиғаларҙы үҙ башынан үткәргән шәхес. 1929 йылда ул Башҡортостандың Баш суды рәйесе, 1934 йылда БАССР- ҙың коммуналь хужалығы халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҠыҙғанысҡа, 1937 йылда Ғәҙелша Ейәнсурин репрессия ҡорбандары исемлеген тулыландыра. Шәхестең исеме быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә мәңгеләштерелде.
Арҙаҡлы шәхестең исемен тергеҙеү тәҡдиме менән Нуҡай ауылынан уның тормош юлын өйрәнеүсе Миңзифа Көҫәпҡолова сығыш яһаһа, урындағы ауыл советы һәм район башҡорттары ҡоролтайы изге башланғысты хуплаған.
Ошо уҡ көндө Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары уҙған осорҙағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһап, яңы рәйес һайланы. Ойошмаға етәкселек Күгәрсен районының тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Рөстәм Сәйетбатталовҡа йөкмәтелде.
Гөлдәриә Йосопова