Төп маҡсат – халыҡ араһында вакцинация буйынса аңлатыу эше алып барыу

Был турала Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин бөгөн муниципаль берәмектәр етәкселәре менән осрашыуҙа белдерҙе. Һөйләшеүҙә ковидҡа ҡаршы көрәш алымдары хаҡында һүҙ барҙы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Әлеге ваҡытта район-ҡалаларҙың бер өлөшөндә вакцинация күрһәткесе 40 проценттан да артмай. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин фекеренсә, ошо темп менән барһаҡ, республикала кәрәкле 80 проценттҡа 2022 йылдың октябрендә генә өлгәшеп буласаҡ.

Муниципаль берәмек етәкселәре белдереүенсә, бигерәк тә оло быуын вәкилдәрен өгөтләү ҡыйын, уларҙың йә балалары ҡаршы, йә имеш-мимештәргә ышанып бер-береһен ҡурҡыталар. Бынан тыш, вакцинация барышын Өфөләге һәм Белореттағы ҡайһы бер ҡеүәтле предприятиелар ҙа тотҡарлай.

Шуға күрә был эшкә белгестәрҙе йәлеп итеү мотлаҡ. Хакимиәт башлыҡтары һаулыҡ һаҡлау министрлығынан эпидемия тураһында тулыраҡ мәғлүмәт биреп барыуҙы һораны. Максим Забелин әйтеүенсә, үткән тәүлектә медицина ярҙамы һорап 28 мең шылтыратыу ҡабул ителгән, уларҙың 100-гә яҡынына барып өлгөрә алмағандар.

Шулай уҡ әлеге мәлдә һәр койканы кислород мендәре менән йыһазландырыу ихтыяжы ла тыуа. Сөнки сирҙе үткәреү ваҡыты оҙоная. Александр Сидякин әйтеүенсә, әле хәүефһеҙлек талаптарын көсәйтеү талабы арта, хатта куар-кодтарҙы ҡулланыу индерелеүе лә ихтимал.

Һөйләшеү барышында муниципаль берәмектәрҙең эш тәжрибәһе лә ҡаралды. Мәҫәлән, Хәйбулла районында күрһәткестәр яҡшырған, был аңлатыу эштәре көсәйтелеү менән бәйле. Әммә төбәктә 60 йәштән өлкәндәрҙе вакциналау һүлпән бара. Шуға күрә ауыл хакимиәте башлыҡтары өйҙәр буйлап йөрөй башлаған.

Белгестәр кешеләргә коронавирус хаҡында ҡыҫҡаса лекция уҡып вакцинация тураһындағы тәҡдим менән белешмә тапшыра. Сөнки оло быуын вәкилдәре араһында социаль селтәрҙәрҙә ултырмағандар күп.

Хакимиәт вәкилдәре фекеренсә, был халыҡтың үҙ сәләмәтлелеге өсөн яуаплылығын арттыра. Акция башланғандан һуң бер аҙна эсендә вакцина һалдырған ололар иҫәбе 10-дан 25-кә артҡан.

Рәмзиә Кәримова