Асҡар Мамин әйтеүенсә, Башҡортостан менән сауҙа-иҡтисади, инвестиция, транспорт логистикаһы, энергетика, ауыл хужалығы һәм сәнәғәт кооперацияһы өлкәһендә хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлектәре киң. 2021 йылдың һуңғы 7 айында ике аралағы тауар әйләнеше 20 процентлыҡ үҫеш күрһәтеп, 200 миллион долларға барып еткән.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЯҡтар Өфө менән Нурсолтан араһында авиабәйләнеш булдырыу тураһында ла фекер алышты. Осрашыуҙа шулай уҡ төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм Урал йылғаһы байлыҡтарын һаҡлау һәм һөҙөмтәле файҙаланыу мәсьәләһе лә күтәрелде. Радий Хәбиров Ҡаҙағстандың Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре араһында республиканың төп эшлекле партнеры булыуын йәшермәне.
Сәфәр программаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым Жомарт Токаев менән осрашыуы ҡаралған. Башҡортостандың тышҡы иҡтисади мөмкинлектәре һәм инвестиция климаты менән таныштырыу планлаштырылған. Ҡаҙағстанда шулай уҡ Башҡортостан конгресс-бюроһының вәкиллеген асыу тантанаһы ла үтә. Рәсми сәфәрҙе Башҡортостан башлығының Ҡаҙағстанда төпләнгән яҡташтарыбыҙ менән осрашыуы йомғаҡлай.