Баймаҡта милли көрәште үҫтереүгә иғтибар ҙур

Ҡаланың 2-се һәм 5-се мәктәптәрендә федераль проект буйынса яңыртылған көрәш залдары эшләй. Яңы уҡыу йылында уларҙа 45 уҡыусы шөғөлләнергә теләк белдергән, күнекмәләр ойошҡан башлаған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Айгиз Яҡшыбаев өсөнсө йыл ҡала балаларын милли көрәш һәм грек-рим алышы серҙәренә төшөндөрә. Урында спорт менән шөғөлләнеү өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған. Секцияла уҡыусылар йәш буйынса өс төркөмгә бүленгән. Тренер үҙ уҡыусыларын донъя кимәлендәге ярыштарға сығарырға ниәтләй.

Шуныһы ҡыуаныслы, быйыл районға тағы ла бер йәш тренер ҡайтты. Венер Нәбиев баш ҡаланың юғары уҡыу йорттарында студенттар менән эшләгән. Көрәшсе бик күп чемпионаттарҙа ҡатнашып танылыу яулап өлгөргән дә инде. Венер үҙ тәрбиәләнеүселәрен был спорт төрөнөң бар нескәлектәренә төшөндөрөүҙе маҡсат итеп ҡуйған.

Һаулыҡты, рухты нығытыусы көрәштең районда ҡабаттан тергеҙелә башлауы яҡшы күренеш. Баймаҡта бындай милли спорт төрө аша халҡыбыҙҙың йөҙөн сағылдырған, район данын күтәрерҙәй ир егеттәр тәрбиәләнә.

Раушания Рәхимова