Һәйкәл тархан ерләнгән Иҫке Ябалаҡлы ауылында ҡуйылды. Тарихи сығанаҡтарҙа Ҡәнзәфәр бейҙең 16-сы быуат урталарында Башҡортостандың урыҫ дәүләтенә ҡушылыуында әүҙем ҡатнашыуы телгә алына. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБүздәк районының мирауай судьяһы Ғүмәр Әндәрйәнов Ҡәнзәфәр бей нәҫеленән. Был тарихи хәҡиҡәткә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән замандашыбыҙ үҙенең шәжәрә ағасын төҙөгәндә инана. Артабан ул Бүздәк районында тархан тоҡомона ҡараған бик күп нәҫел тамырҙарын барлай.
Ғүмәр Әндәрйәнов кеүек үҙ асылына ҡайтыусылар менән бер рәттән йәш быуын араһында тәрбиә эше алып барыусылар ҙа байтаҡ бар. Улар фекеренсә, үткәнде белмәй тороп, киләсәк тураһында һүҙ йөрөтөү мҡмкин түгел.
Ҡәнзәфәр бейҙең нәҫел тамырҙары бөгөн Башҡортостандан тыш, күрше Татарстан республикаһы район-ҡалаларында ла йәшәй. Мәғлүм булыуынса, Меңле ырыуы вәкилдәре халыҡ һаны буйынса Табын менән Ҡыпсаҡтарҙан ҡала өсөнсө урынды биләй.
Ошо һәм башҡа һорауҙар Ҡәнзәфәр бейҙең тормош юлы һәм эшмәкәрлегенә арналған фәнни-ғәмәли конференцияла күтәрелде. Бығаса билдәһеҙ булған тарихи биттәр асып һалынды. Яңғыраған фекерҙәр нигеҙендә резолюция ҡабул ителде. Документта Мең ҡәбиләһе башҡорттарының тарихын артабан өйрәнеү бурысы ҡуйылды. Әйтелгәндәрҙе хуплап, Иҫке Ябалаҡлы ауылында Ҡәнзәфәр бейҙең бюсы ҡалҡып сыҡты.
Иҫтәлекле ҡомартҡыларға бай Шишмә районында асыласаҡ туристик маршрут Ябалаҡлыны ла үҙ эсенә алыр тип көтөлә. Ауыл да бит тарихи фотолар аша тотош донъяға билдәле. Өҫтәүенә, Ҡәнзәфәр бейҙең нәҫелен дауам итеүселәр бик күп.
Ҡәнзәфер бейҙе иҫкә алыу тантанаһында ҡатнашыусылар тарихи шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереүҙең мөһимлеген айырым телгә алды. Халыҡ тарихын йәш быуынға еткереү өсөн уҙған сараны юғары баһаланы.
Азат Ғәлиуллин