Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында ҡоролоҡтан зыян күргәндәргә компенсация түләнә

Республика Башлығы Радий Хәбиров халыҡҡа һәм хужалыҡтарға ярҙам күрһәтергә ҡарар иткәйне. Ҡоролоҡтан зыян күреүселәргә мал аҙығы өсөн киткән сығымдарҙың яртыһы ҡаплана. Кисә Баймаҡ район советы ултырышында компенсация түләү мәсьәләһе ҡаралды. Депутаттар халыҡҡа 30 мең һум, фермерҙарға 400 мең һум бирергә ҡарар итте. Баймаҡ районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Компенсация  түләү тәртибе  тураһында  Азат Шәрипов  дауам итә

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         Яҡын арала республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында ҡоролоҡтан зыян күргәндәргә компенсация түләнә башлай.