Һуңғы тәүлектә Республикала 391 кешелә хәүефле вирус раҫланған, 19 кеше вафат булған. Амбулатор шарттарҙа - 6 меңдән ашыу, стационарҙа 733 кеше дауалана. Уларҙың күбеһе 60 йәштән өлкәндәр. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, дауаханалағы 34 пациент ауыр хәлдә, 9 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Пневмония осраҡтары ла күбәйә. Бер тәүлектә 160 кешегә ошондай диагноз ҡуйылған. Коронавирустан вакцинаның беренсе компоненты 1 миллион 278 меңдән ашыу кешегә яһалған. 1 миллион 170 мең самаһы кеше иммунизацияны тамамлаған.