Башҡортостан парламентында өс яңы депутат була

 Дәүләт Думаһына һайлау һөҙөмтәләре буйынса вице-спикер Эльвира Айытҡолова һәм профилле комитет рәйесе урынбаҫары Рима Үтәшева Мәскәүгә эшкә күсә. Бынан тыш, КПРФ-тан депутат Андрей Егоров үҙ ирке мәнән вазифаһын бушатҡан. Ул Өфөнөң ҡала советына һайланды. Өс депутат та Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға партиялар исемлеге буйынса үткәйне. Шуға уларҙың мандатын алмаштырыу өсөн өҫтәмә тауыш биреү ойошторорға талап ителмәй.