Йыл башынан 8 мең 700-ҙән ашыу янғын теркәлгән, 186 кеше, шул иҫәптән 12 бала һәләк булған. Был турала бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә уҙған брифингта Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов белдерҙе. Янғында 1 мең 160 кеше ҡотҡарылған. Ут сығыу осраҡтары күберәк ауылдарҙа теркәлгән. Янғын сығыу сәбәптәренең күбеһе ут менән һаҡһыҙ эш итеүгә бәйле.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтУт сығыу осраҡтарын кәметеү маҡсатында республикала “Янғынға ҡаршы беҙ бергә” тигән акция башлана. Сара барышында мобиль-профилактик төркөмдәр һаны арттырыла, тиҒәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтСтатистика мәғлүмәттәре буйынса, һалҡын көндәр башланыу менән, шәхси йорттарҙа янғын сығыу осрағы 2 ярым тапҡырға арта. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты халыҡты электр йылытҡыстарҙы ҡулланғанда иғтибарлы булырға кәңәш итә.