Элекке Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Евгений Гурьев өс йылға иркенән мәхрүм ителде

Дөрөҫ, шартлы рәүештә. Бынан тыш, элекке ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрының үҙ мөлкәте лә кире ҡайтарылды. Бөгөн яҡынса өс йыл самаһы барған яңғырауыҡлы енәйәт эшенә нөктә ҡуйылды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

 Дәүләт ғәйепләүсеһе экс-министрҙы 12 йылға иректән мәхрүм итеүҙәрен һорағайны. Тәфтишселәр асыҡлауынса, чиновник төҙөлөш компанияһына конкурс процедураларын үтәмәйсә ике ер участкаһын ярты хаҡҡа тапшырған. Һөҙөмтәлә төбәк ҡаҙнаһы 52 миллион һумдан ашыуға зыян күргән.

Бынан тыш та вәкәләттәр артырып үтәлеп байтаҡ ҡануниәт боҙоу теркәлгән. Йәмғеһе бюджетҡа 518 миллион һум аҡса инмәгән. Быға тиклем дә Киров районы суды Евгений Гурьевты аҡлағайны, әммә республиканың Юғары суды ҡарарҙы инҡар итте. Ғәйепләнеүсе был юлы ла суд ҡарары менән килешмәүен ишараланы.

Айнур Кәбиров