Ике йөҙ мең кеше янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡорамалды бушлай аласаҡ

Янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡорамалдарҙы бушлай алыусы граждандар категорияһы тағы дүртәүгә артты. Был хаҡта бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә уҙған брифингта әйтелде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Яңғыҙ йәшәгән ололарға, бәлиғ булмаған сабыйҙар тәрбиәләгән күп балалы, социаль яҡтан хәүефле һаналған ғаиләләргә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, инвалидтарына, концлагерь тотҡондарына янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдар бушлай бирелә. Шулай уҡ 2018 йылдың 1 ғинуарынан алып бәпестәре тыуған ғаиләләргә лә бүләк ителә.

 Был исемлеккә «Һуғыш балалары», хәрби бурысын үтәгәндә хәбәрһеҙ юғалған, һәләк булған хәрби хәрәкәт ветерандары һәм инвалидтарының ғаиләләре, граждандар хәүефһеҙлеге һағында тороусы башҡарма власть органдарының ғаилә ағзалары өҫтәлә.

Яҡынса тағы ике йөҙ мең кеше ҡорамалды бушлай аласаҡ. Хаҡы ҡиммәт түгел. Һәр йортта булырға тейеш, ти ҡотҡарыусылар. Батареяларын тикшереп торорға кәрәк. Шулай уҡ уны мобиль кеҫә телефоны менән бәйләп була, янғын сыҡҡан хәлдә, сигнал киләсәк.

Төбәктә былтырғы осор менән сағыштырғанда ут сығыу осрағы 364-кә кәмерәк, әммә һәләк булыусылар һаны 28 -гә күберәк. 11 районда тәбиғәт янғындары хәүефе юғары кимәлдә. Уларҙың өсәүһендә ресурс үҙәктәр булдырыу ҡарала. Ҡотҡарыусылар республикала «Янғындарға ҡаршы бергәләп» акцияһына сыға.

Рәмилә Исмәғилева