Өфө районында «туңдырылған» юл ремонты

Дүрт йыл элек Өфө районы Ҡомлокүл ауылы урамдарының береһендә ваҡ ҡырсынташ түшәлә башлай. Әммә күп тә үтмәй төҙөлөш туҡтап ҡала. Урындағы халыҡ подрядсы ойошманың килешеү буйынса бурыстарын теүәл үтәмәүен билдәләй. Ҡағыҙҙа ғына төҙөк булған юл участкаһында ремонт эштәре ҡасан йәнләнер? БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ташлы юл участкаһы ҡаршылыҡ һыҙатын хәтерләтә. Ә бит был тамамланмаған юл ремонты эҙемтәһе. 2017 йылда Өфө районы Ҡомлокүл ауылының Ҡайынлы урамына ваҡ ҡырсынташ түшәлергә тейеш булған. Тик төҙөүселәр «эре»һен генә түшәй. Һөҙөмтәлә алдан килешелгән эштәр тулыһынса башҡарылмай. Рөстәм Мостаев билдәләүенсә, подрядсы компания төҙөлөштө тергеҙеү буйынса вәғәҙәләр менән генә сикләнә.

Ҡайынлы урамында йәшәүселәр юл ремонты мәсьәләһендә «кәкре ҡайынға терәлеп» ҡалдыҡ тип борсола. Сөнки участканы төҙөкләндереү өсөн муниципаль программа буйынса финанслауҙа ҡатнашыу талап ителгән, ваҡташ һалыуға һәр ихатанан аҡса йыйылған. Сумма бәләкәй түгел, халыҡтың ризаһыҙлығы подрядсы компания тарафынан башҡарылған эштәрҙең урындағы хакимиәт тарафынан ҡабул ителеүенә лә бәйле.

Өфө районы хакимиәте юлһыҙлыҡ мәсьәләһенең контролдә булыуын билдәләй. Төҙөлөш эштәрен туңдырған подрядсы компания менән һөйләшеүҙәр алып барылған. Һуңғыһы киләһе айҙа вәкәләттәрен тулыһынса үтәргә вәғәҙәләй. Оҙайлы ремонт сәбәптәренә лә асыҡлыҡ индерҙеләр.

Юл төҙөлөшө тамамланыу менән уттар ҙа яна башлар тип көтөлә. Өс йыл элек Ҡомлокүл ауылының Ҡайынлы урамында яңы бағаналар ҡуйыла, тик урындағы халыҡ билдәләүенсә ошо ваҡыт эсендә яҡтыртыу ҡоролмалары бер тапҡыр ҙа тоҡандырылмаған. Район хакимиәте был мәсьәлә лә тиҙ арала хәл ителәсәген белдерҙе.

Гөлназ Хәйбуллина