Булгаков, Суровка ауылдарында «Уңайлы ҡала мөхите» программаһына ярашлы ял итеү өсөн парк һәм пляж төҙөкләндерелгән.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЧесноковка ауылында иһә ял паркы төҙөлөшөнөң 90 проценты тамамланған. «Уңайлы ҡала мөхите» федераль проекты аша йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә республика бюджетынан 4 миллион ярым һум аҡса бүленгән. Был проект сиктәрендә Булгаков ауылында халыҡтың ял итеү урындары танымаҫлыҡ булып үҙгәргән.
Ярты йыл эсендә паркта тротуарҙар яңыртылған, эскәмйәләр урынлаштырылған, суп ташлау өсөн урналар ҡуйылған. Парк үҙәгенә фонтан ҡоролған. Тәүлектең ҡараңғы өлөшөндә ял итеүселәргә уңайлы булһын өсөн яҡтыртыу бағаналары урынлаштырылған.