Ике йыл элек Ишембай районы Маҡар ауылы «Республиканың иң матур ауылы» конкурсында икенсе урын яулағайны. Бүленгән дәртләндереү сараһына биләмәне төҙөкләндереү эштәре башҡарылған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБыйыл урындағы халыҡ теләге менән Аллағыуат шишмәһе янында арт-объект ҡуйылған. Композиция авторҙары – билдәле рәссамдар Ильнур Ильясов менән Рафаэль Ҡадиров. Арт-объектта улар шишмәгә һыу алырға килгән ҡыҙҙы һынландырған. Биләмәнән халыҡ өҙөлмәй, уҡыусылар өсөн экскурсиялар ҙа ойошторола.
Гөлназ Хәйбуллина