Өфөлә билдәле рус яҙыусыһы, яҡташыбыҙ Сергей Аксаков әҫәрҙәре буйынса һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары араһында үткәрелгән һүрәттәр конкурсына йомғаҡ яһалды.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРәсемдәр конкурсы яҙыусының тыуыуына 230 йыл тулыу уңайынан ойошторолдо. Унда 14 белем биреү учреждениеһы студенттарынан 70 эш ҡабул ителгән.
Конкурста еңеүселәрен Аксаковтың йорт-музейында тәбрикләнеләр. Ижади эштәр яҙыусы әҫәрҙәре буйынса геройҙарға иллюстрация, Аксаковтың тәбиғәт донъяһы, яҙыусы портреты номинацияларында баһаланды.
Сергей Тимофеевич Аксаков 176 китап авторы. Конкурс август-сентябрь айҙарында үткәрелә. Унда ҡатнашырға теләк белдергән үҫмерҙәр ижади эштәргә етди ҡараған. Хикәйәләргә иллюстрациялар төшөрөү алдынан Аделина Йәһүҙина кеүек яҙыусы әҫәрҙәрен яңынан уҡып сығыусылар ҙа бар.
Гүзәл Борханова