"Салауат Юлаев" тағы ике мәрәй алды

""Салауат Юлаев" командаһы тренерҙар штабы ҡушҡанды тулыһынса үтәне. Дисциплина яҡшы булды". Юлаевсыларҙың баш тренеры Томи Ламса Екатеринбургтан "Автомобилис"ты еңгәндән һуң шулай тип белдерҙе. Салауат Юлаев 3-2 иҫәбе менән еңде. Иртәгә юлаевсылар Новосибирск командаһы менән осраша.