Бөрйән районында ғәҙәттән тыш тәбиғәт күренеше теркәлгән

Шүлгәнташ мәмерйәһе янындағы Ығышма күле юҡҡа сыҡҡан. Ығышма мәмерйәнән өҫтә, Йылҡысыҡҡан күленә бер саҡрым самаһы арауыҡта урынлашҡан. Ул ошо тирәләге башҡа күлдәр һымаҡ карст ҡатламы убылыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән һыу ятҡылығы. Был күлдәр ҙур карст соҡорҙарынан тора.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ығышманың һыуы китеүенә быйылғы ҡоролоҡ сәбәпсе булыуы мөмкин. Уның ҡороуы беренсегә генә теркәлмәй. Ығышма күленең атамаһы күл буйлап күсеп йөрөгән утрауға бәйле.

Ҡоролоҡ йылында һыу кәмегән ваҡытта үҫеп сыҡҡан ағастар, һыу кире ҡайтҡас, ере менән күпсеп өҫкә сығып, йөҙөп йөрөй башлай. Ел ыңғайына, яйлап, ығышып ҡына.  Шуға Ығышма тигән исем бирәләр.

Рәмзиә Кәримова