Башҡортостанда Халыҡ-ара өлкән йәштәге кешеләр көнө уңайынан байрам ойошторола

«Торатау» конгресс-холында «Яратам, һине тормош» тип аталған концерт була. Байрамдың финалында республика район-ҡалаларынан йыйылған ижади коллективтар һәм ансамблдәр сығыш яһай. Өлкән йәштәге кешеләрҙе берләштергән бәйгелә үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары араһында еңеүселәр билдәләнә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Концерт иртәгә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында  тура эфирҙа көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем күрһәтелә. Республиканың башҡа райондарында ла оло йәштәге кешеләрҙе тәбрикләү тантаналары, мәҙәни программалар, байрам табындары ойошторола.

Концертҡа яҙҙан алып әҙерләнә башланыҡ. Беҙ Өфө ҡалаһы коллективы булғас баш ҡалаға арналған патриотик йыр һайланыҡ. Репетицияларға яратып йөрөйбөҙ, сөнки йыр һәм аралашыу беҙгә рухи көс һәм дәрт бирә.

Людмила Недоступ, «Радоница» халыҡ йырҙары хоры ағзаһы

«Яратам, һине тормош» фестивале быйыл 10-сы тапҡыр үткәрелә, шуға ла сараның юбилейын юғары кимәлдә ойоштороу маҡсатын ҡуйҙыҡ. Ижади коллективтар видеояҙма ебәреп бәйгенең финалына саҡырылды. Концертта ҡатнашырға теләүселәр һаны йылдан йыл арта. Әлбиттә, иртәгә өлкән йәштәге шәхестәр өсөн ҙур байрам була.

Лилиә Иванова, «Яратам, һине тормош» концерты режиссеры

Флорида Ким